Китапханала — түңәрәк өҫтәл
7 апрель — Бөтә донъя сәләмәтлек көнө. Ошо көн уңайынан Нәби ауылы китапханаһында «Һаулыҡ — бәхеттең нигеҙе» исемле түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Ҡатнашыусылар сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында һөйләштеләр. Дөрөҫ туҡланыу, көндә күнекмәләр эшләү, хәрәкәт итеү кеүек темаларға фекер алыштылар. Шулай уҡ Һатыбалова Хәмдиә һәм Нәсимә апайҙарҙың файҙалы үләндәрҙе дөрөҫ йыйыу һәм ҡулланыу тураһында кәңәштәрен тыңланылар. Матур һәм йәнле әңгәмә аҙағында 100/1 уйынын уйнанылар.
+2