Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Китап менән донъя яҡшыраҡ һәм яҡтыраҡ

2 апрель – Халыҡ-ара балалар китабы көнө. Нәҡ ошо көндә күренекле әкиәтсе Ганс Христиан Андерсен тыуған. Әҙиптең исемен мәңгеләштереү һәм балаларҙа китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан булдырылған байрам бөтә донъяла уҙғарыла. Ошо уңайҙан Ғәлиәкбәр ауылы китапханасыһы Лилиә Толомғужина мәктәптә лагерға йөрөүсе уҡыусылар өсөн «Китап менән донъя яҡшыраҡ һәм яҡтыраҡ» исемле сара үткәрҙе. Балалар байрам тарихы менән таныштылар, бөйөк әкиәтсе Ганс Христиан Андерсендың тормош юлы һәм ижады тураһында мәғлүмәт алдылар. Артабан викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, йомаҡтар систеләр, китап тураһында мәҡәл — әйтемдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр, төрлө конкурстарҙа ҡатнаштылар.

+1