Парлы ғүмер — нурлы ғүмер
Ғаилә — күңелдәрҙе йылытырлыҡ усаҡ, ҡыуаныстарҙы уртаҡлашып, көйөнөстәрҙе бергә күтәргән, бер-береһенә терәк булып, аңлашып, ғүмер юлынан етәкләшеп атлаусы кешеләр. Ғаилә ҡороу өсөн артыҡ аҡыл кәрәкмәй, ә бына тиҫтә йылдар буйына мөхәббәтте һаҡлап, татыулыҡта йәшәү, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн ҙур тырышлыҡ талап ителә. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙарҙы ҡотлау, уларға ихтирам белдереү йолаһы бар һәм был матур күренеш, сөнки тап улар ил ҡото, ғорурлығы булып тора. Йәмғиәтебеҙ ҙә тап ошондай татыу, өлгөлө ғаиләләргә таяна.
2 март Ғәҙелгәрәй ауыл китапханасыһы Сирбаева Гөлфиә Зәбир ҡыҙы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә «Парлы ғүмер — нурлы ғүмер» исемле сара үткәрҙеләр. Байрамға ғаилә юбилейҙарын билдәләүселәр — 45 йыл бергә ғүмер итеүсе Вәкил һәм Рәмзиә Яманғоловтар, 40 йыл бергә йәшәүсе Шәкир һәм Нәсимә Ҡарабаевтар, 35 йыл бергә йәшәүсе Ғәйнислам һәм Гөлсиә Йомағужиндар, 30 йыллыҡ ғаилә байрамдарын билдәләүсе Ләлә һәм Әлим Исанамановтар, Илшат һәм Вәсилә Сәйфетдиновтар саҡырылды. Сара башында Бөрйән башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Айгиз Юлай улы Шәрипов, ауыл хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфулла улы Алтыншин ғаилә булып йәшәүҙәренең юбилей даталарын билдәләүсе парҙарҙы ҡотлап киттеләр.
Юбилярҙар үҙҙәренең ғаилә тарихы менән таныштырҙылар, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙе, йәшлек туйҙары мәлдәрен иҫтәренә төшөрөп, вальс та әйләнделәр. Сара йырҙар, ҡотлауҙар, уйындар менән аралашып барҙы.
Яҙмыштың бер һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоношоп, иңде-иңгә ҡуйып атлаған, йәштәр өсөн һоҡланғыс өлгө булырлыҡ ғаилә парҙарына артабан да тиңлектә-тигеҙлектә, бәхеттә- шатлыҡта, һаулыҡта йәшәүҙәрен теләйбеҙ!