Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Матур ғаилә – ил күрке

2 март Ҡолғана ауыл китапханаһында Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышланған һәм башҡорт ғәиләһе көнөнә арналған “Ғаиләм — ҡәлғәм” исемле әҙәби — музыкаль кисә булып үтте. Ауылыбыҙҙа матур тормош ҡороп, оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергән һәм матур балалар үҫтергән ғаиләләр бик күп.
Был кисәгә шундай күркәм сифаттары булған, байтаҡ йылдар бергә ғүмер иткән, күркәм балалар тәрбиәләп оло юлға оҙатҡан, бар яҡтан да өлгө булған ғаилә парҙары йыйылды.
Матур ғаилә – ил күрке тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Тирә-яҡҡа нур сәсеп, ҡотло донъяларында ғүмер кисергән ғаиләләргә һоҡланып ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙан өлгө лә алабыҙ.
Мәртәбәле кисәлә ауылыбыҙҙа оҙаҡ йылдар фельдшер булып ғүмер кисереүсе Вәлиева Ғәлимә Усман ҡыҙы ғаилә парҙарына ғаилә бәхете, тыныслыҡ, иң мөһиме һаулыҡ теләп, ҡотлап үтте. Һәр ғаилә үҙҙәренең ғаиләһе менән таныштырҙы, үҙҙәренә генә хас йолалары, байрамдары тураһында һөйләне, татыу йәшәү серҙәре менән уртаҡлашты.
Концерт номерҙары менән аралашып барған йәнле кисә тамашасыларға бик оҡшаны. Ысынлап та, һәр ғаилә — үҙе бер серле һандыҡ. Бына бөгөн беҙ шул серле һандыҡты бер аҙ ғына асып, татыу йәшәү серҙәрен белдек, матур ғаиләләр менән яҡындан аралаштыҡ. Кисәбеҙҙә үҙҙәренең тормош тәжрибәләре менән уртаҡлашып, матур кәңәштәрен биргән ғаилә парҙарына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

+5