“Өләсәйем һандығы” исемле сара үтте
1 мартта Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. Ошо көндө билдәләп башҡорт халҡының милли йолаларын һаҡлау, үҫтереү, балаларға тейешле тәрбиә биреү, һандыҡ тураһында төшөнсә индереү, быуындан быуынға тапшырыла килгән йолаларҙы тергеҙеү, телебеҙгә, илебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау маҡсатында уҡыусы балалар өсөн Нәби ауылы китапханаһысы Теләүбаева Роза Кадир ҡыҙы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл ағинәйҙәре менән берлектә “Өләсәйем һандығы” исемле сара үткәрҙеләр. Ағинәйҙәр балаларҙы серле һандыҡта һаҡланған ҡомартҡылар: сигелгән таҫтамалдар, яулыҡтар менән бер рәттән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү кейемдәренән селтәр, ҡашмау, ҡулъяулыҡтарҙың һәр береһенең тарихын, ҡулланылышын һөйләнеләр. Быуындар бәйләнеше булған, мөһим мәҙәни сарала ҡатнашыусыларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.