Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Студент саҡ — мәңге иҫтә ҡаласаҡ

3 февраль көнө Килдеғол ауылы китапханасыһы Нәзилә Искужина мәктәп хеҙмәткәрҙәре менән берлектә «Студент саҡ — күңелле саҡ» исемле осрашыу кисәһе үткәрҙеләр. Сараға республикабыҙҙың төрлө ҡалаларында белем алған студенттар, Әбделмәмбәт урта мәктәбе Килдеғол филиалының уҡытыусылары, уҡыусылар йыйылды.
Бик күңелле, дәртле, фәһемле осрашыу булды. Студенттар үҙҙәренең уҡыу йорттары тураһында матур итеп һөйләнеләр, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға төплө, аңлайышлы итеп яуап ҡайтарҙылар, мәктәп, студент тормошоноң ҡыҙыҡлы осорҙарын иҫләнеләр.
Кисә аҙағында студенттар һәм ҙур класс уҡыусылары төрлө уйындар, ҡыҙыҡлы һорауҙар, мәҡәлдәр аша белемдәрен күрһәттеләр. Шулай итеп, “Барлыҡ һөнәр ҙә яҡшы, барлыҡ һөнәр ҙә кәрәк” икәненә төшөндө уҡыусылар.
Студент осороғоҙҙоң ҡәҙерен белегеҙ, тип әйтке килә бөгөн төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы йәштәргә. Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, студенттар!

 

+5