Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Китапханала әҙәби сара үтте

30 ғинуар Исламбай ауылы китапханаһында 5- 7 класс уҡыусылары өсөн «Яҡташтар ижады» исемле әҙәби сәғәт үтте. Мәктәптә үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы уңайынан үткәрелгән сарала  китапханасы Флүзә Батыр ҡыҙы һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилә Рафаэль ҡыҙы уҡыусыларҙы районыбыҙҙан сыҡҡан шағир һәм яҙыусыларҙың тормош юлы, ижады менән таныштырҙылар. Китапханасы «Илһам алып тыуған төйәктән» исемле китап күргәҙмәһендәге китаптарға байҡау яһаны. Дилә Рафаэль ҡыҙы шиғырҙар, хикәйәләрҙән өҙөктәр уҡып ишеттерҙе. Кисә аҙағында уҡыусылар үҙҙәренә оҡшаған китаптарҙы уҡырға алдылар.

+4