«Алтын тирмә» интеллектуаль уйыны үтте
30 ғинуар көнө Әтек ауылы китапханасыһы Айгөл Баймөхәмәтова, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналған «Алтын тирмә» интеллектуаль уйыны үткәрҙеләр. Сараны асып аүыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ҡөлмәнбәтова Сафия Хөснетдин ҡыҙы үҙенең изге теләктәрен еткерҙе. Сараға күп бала тәрбиәләгән Хөсәйеновтар һәм Иҙрисовтар, улдары махсус хәрби операцияла һәләк булған Чернова М.И., Мәзитов Р.Х. һәм Абдрахмановтар ғаиләләре саҡырылды. Бәйгеселәр яуаплы әҙерләнгәндәр, ярыш бик йәнле, мауыҡтырғыс барҙы. Командалар «Кем зирәгерәк?”, “Уйла! Эҙлә! Тап!”, «Мәҡәлде дауам ит…“ турҙарында көс һынашты, «Серле һандыҡ» та ятҡан йомаҡтың яуабын сисеп баш ваттылар.
«Алтын тирмә” уйыны йыр — моң менән үрелеп барҙы. Уйын аҙағында һәр ғаиләнең мәрәйҙәрен һанап, урындар билдәләнде һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.