Ныҡлы ғаилә – ил ҡото
2026 йыл – Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. 20 ғинуар Килдеғол ауыл мәҙәниәт йортонда китапхана менән берлектә ошо йылға ҡарата «Ныҡлы ғаилә – ил ҡото» исемле әҙәби – музыкаль кисә үтте. Ауылда татыу тормош ҡороп, оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергән һәм матур балалар үҫтергән ғаиләләр бик күп. Был кисәгә шундай күркәм сифаттары булған, 40 йылдан ашыу ғүмер иткән, бар яҡтан да өлгө булған ғаилә парҙары йыйылды.
Матур ғаилә – ил күрке тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Тирә-яҡҡа нур сәсеп, ҡотло донъяларында ғүмер кисергән ғаиләләргә һоҡланып ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙан өлгө лә алабыҙ.
Мәртәбәле кисәлә Ҡыпсаҡ ауылы хакимиәте башлығы Ҡаһарманов Фәрҙәт Мөхәмәтйән улы, ғаилә парҙарына ғаилә бәхете, тыныслыҡ, иң мөһиме һаулыҡ теләп, ҡотлап үтте. Шулай уҡ, район советы депутаты Кунафина Гөлсинә Бәхтинур ҡыҙы, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксәһе Билалова Сәжидә Вәлит ҡыҙы ла ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Һәр ғаилә үҙҙәренең ғаиләһе менән таныштырҙы, үҙҙәренә генә хас йолалары, байрамдары тураһында һөйләне, татыу йәшәү серҙәре менән уртаҡлашты. Артабан кисәлә ҡатнашыусылар «Мәҡәлдең аҙағын әйт» исемле мәкәлдәр әйтеше, «Матур һүҙҙәр әйтешеү» ,ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр. Ә инде ғаилә парҙарының парлашып йырлауҙары, шиғыр һөйләүҙәре, ғаилә вальсында өйөрөлөүҙәре кисәне тағы ла йәмләндереп ебәрҙе.
Концерт номерҙары менән аралашып барған йәнле кисә тамашасыларға бик оҡшаны. Ысынлап та, һәр ғаилә — үҙе бер серле һандыҡ. Бына бөгөн беҙ шул серле һандыҡты бер аҙ ғына асып, татыу йәшәү серҙәрен белдек, матур ғаиләләр менән яҡындан аралаштыҡ. Кисәбеҙҙә үҙҙәренең тормош тәжрибәләре менән уртаҡлашып, матур кәңәштәрен биргән ғаилә парҙарына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.