Халык — ара Ҡар бабайҙар көнө билдәләнде
18 ғинуарҙа Халык — ара Ҡар бабайҙар көнө билдәләнә. Идеяның авторы — Германияла йәшәүсе коллекционер Корнелиус Грётц. Ул үҫмер сағынан уҡ Ҡар бабай һүрәттәре йыя башлаған һәм 2008 йылда үзенең коллекцияһы менән Гиннестың рекордтар китабына индерелгән. Дата осраҡлы һайланмаған: 18 һаны ҡулында һепертке тотҡан ҡар бабайҙы хәтерләтә, ә ғинуар — ҡыш уртаһы, һәм унан төрлө скульптуралар яһау өсөн ҡар етерлек.
Ошо уңайҙан Ғәлиәкбәр ауылы китапханасыһы Лилиә Толомғужина балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән Ҡар бабай эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Аҡ ҡағыҙ, төҫлө картон, клей ҡулланып һәм бер аҙ яҡшы кәйефте ҡушып балалар һөйкөмлө Ҡар бабайҙы эшләнеләр.
+3