Студенттар менән осрашыу
7 ғинуар Исламбай ауыл китапханаһы мәҙәниәт хеҙмәткәре менән бергә «Күңелле студент тормошо» исемле осрашыу кисәһе үткәрҙе. Сараға Санкт-Петербург, Казан һәм республикабыҙҙың төрлө ҡалаларында белем алған студенттар һәм Исламбай мәктәбе уҡыусылары саҡырылды. «Хәҙерге быуат — фән быуаты, иҡтисадтың һәр тармағында юғары инновация һәм технологиялар менән эшләй белеү быуаты. Ул кешелек алдына яңы бурыстар ҡуя, яңыса эш итеүҙе талап итә, шуға ла белем алмайынса, заманға яраҡлашыуы, хәҙерге хеҙмәт баҙарында эшкә урынлашыу бик ауырға тура киләсәк»,- тип белем алыуҙың мөһимлеге, кәрәклеге тураһында уҡыусыларға еткерҙе китапханасы һәм ҡунаҡтарға һүҙ бирҙе. Уҡыусылар менән студенттар араһында йәнле әңгәмә ҡоролдо. Студенттар үҙҙәре уҡыған уҡыу йорттары, күңелле студент тормошо тураһында һөйләнеләр, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙеләр. Ятаҡта йәшәү шарттары, спорт менән шөғөлләнеү, мәҙәни саралар, стипендия хаҡында мәғлүмәттәр алды йәш дуҫтарыбыҙ. Студенттар, барлыҡ көстө һәм иғтибарҙы уҡыуға йүнәлтергә, тырышып белем тауына үрләргә, дәрес ҡалдырмаҫҡа һәм шул ваҡытта уҡыуыла еңел бирелер, тип үҙҙәренең кәңәштәре, өгөт-нәсихәттәрен бирҙеләр.