Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Билдәле шағир һәм мәғрифәтсегә арналған саралар үтте

8 ғинуар башҡорт халҡының күренекле шәхесе, мәғрифәтсе, шағир, ғалим һәм дин әһеле Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыу билдәләнде. Ошо уңайҙан китапханаларҙа уның яҡты иҫтәлегенә арналған саралар үтте.

Байғаҙы ауыл китапханаһында уҡыусылар өсөн «Ғәли Соҡорой — башҡорт шағиры, мәғрифәтсе» исемле әҙәби дәрес үтте. Шағирҙың тормош юлы һәм ижадына арналған презентация күрһәтелде, әҫәрҙәрен уҡығандан һуң уның тураһында мәғлүмәттәр баҫылған китаптарға күҙәтеү яһалды.

Ғәҙелгәрәй ауылы китапханасыһы Гөлфиә Сирбаева Кейекбай ауылы балалары өсөн «Ғәли Соҡорой — шағир һәм мәғрифәтсе» исемле әҙәби сәғәт үткәрҙе. Уҡыусылар уның биографияһы, әҙәби мираҫы менән таныштылар. Сара «Ғәли Соҡорой — башҡорт тарихындағы шәхес» документаль фильмын ҡарау менән тамамланды.

Нәби ауыл китапханаһында шиғырҙың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу маҡсатында уҡыусылар өсөн сара үтте. Сарала Ғәли Соҡорой тураһында презентация курһәтелде.

+4