Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Шахмат турниры — китапханала

4 ғинуар Яуымбай ауыл китапханаһында ЯУЫМБАЙ күсмә кубогы өсөн 8-се шахмат турниры уҙҙы. Швейцар системаһы буйынса барған көсөргәнешле ярыштың еңеүселәре 7 турҙан һуң билдәләнде.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
🥇1 урын — Рәүилә Хасанова
🥈2 урын — Вәлимә Валитова
🥉3 урын — Нәсимә Кинйәкәева

Ир-егеттәр араһында:
🥇1 урын — Рәсим Ямғурсин
🥈2 урын — Илнар Кинйәкәев
🥉3 урын — Руслан Хасанов

8-се йыл рәттән үткәрелгән турнирҙа иң күп мәрәй йыйып, Яуымбай күсмә кубогын Рәсим Ямғурсин яуланы! Еңеүселәр диплом-миҙалдар һәм бүләктәр менән ҡотланылар. Кубок яулаусыға 1000 һум күләмендә аҡсалата приз тапшырылды. Шулай уҡ иң йәш ҡатнашыусы Заһит Мостафин һәм иң оло ҡатнашыусы Салауат Асылбаевҡа махсус бүләктәр һәм аҡсалата приз тапшырылды.

Ярышта ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт!

+2