Китапханасы иң әүҙем китап уҡыусыларын Яңы йыл менән ҡотланы
31 декабрь Яуымбай ауыл китапханаһы йыл әйләнәһенә әҙәби китап уҡыған, оло йәштәге иң әүҙем китап уҡыусыларын: Әхмәтйәнова Айһылыу Хәйретдин ҡыҙын, Аюпова Роза Һиҙиәт ҡыҙын, Кинйәкәева Сара Әбүбәкир ҡыҙын, Тулыбаева Маһинур Кәбир ҡыҙын, Хайбуллина Таңһылыу Фәсхетдин ҡыҙын, Шайхина Флюра Ғаффар ҡыҙын, Маликова Зилә Хәйҙәр ҡыҙын, Әхмәтйәнова Рәсимә Хөснөлхаҡ ҡыҙын, Уразгулова Сәниҙә Искәнйәр ҡыҙын, Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы һәм Рәмил Мирза улы Латиповтарҙы Яңы йыл менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Китапханасы Разия Искәнйәр ҡыҙы бүләктәр биреп кенә ҡалманы, шулай уҡ 2025 йылдың һуңғы #Китапхана_өйгә_килә акцияһында ойошторҙо.
+3