Татыу ғаилә — ил ҡото
20 декабрь Күп балалы ғаилә көнө уңайынан Ғәҙелгәрәй ауыл мәҙәниәт йортонда китапхана менән берлектә «Татыу ғаилә — ил ҡото» исемле күркәм сара үтте. Ауылдың матур, татыу ғүмер иткән, биш һәм унан күп бала тәрбиәләп үҫтергән ғаиләләре саҡырылғайны. Ҡотлау һүҙҙәре менән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Алтыншин Азамат Ғәйфулла улы сығыш яһаны. Ҡатнашыусылар һәр береһе үҙҙәре менән таныштырғандан һуң ғаиләләрендә үткәрелгән йолалар, әҙерләнгән аш-һыуҙар менән таныштырҙылар, һуңынан төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнанылар.
+3