Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Шағир менән осрашыу кисәһе үтте

19 декабрь Иҫке Монасип мәктәбендә китапхана менән берлектә районыбыҙҙың күренекле шәхесе шағир Ғәләүетдинов Сәрүәр Әбүталип улы менән осрашыу кисәһе үтте. Башҡорт теле уҡытыусыһы Әбсәләмова Гөлназ Рафаил ҡыҙы уҡыусыларҙы шағирҙың тормош юлы менән таныштырғас, Сәрүәр Әбүталип улы үҙенең ижады тураһында һөйләп үтте, шиғырҙарын уҡыны, балаларҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе. Гөлназ Рафаил ҡыҙы Сәрүәр Ғәләүетдинов һүҙҙәренә яҙылған йырҙы моңло итеп үҙе башҡарҙы. Ауыл китапханасыһы Айһылыу Мырҙағолова шағирҙың китабынан шиғри йомаҡтар уҡыны, балалар ихлас яуаптар биреп, сарала әүҙем ҡатнашып ултырҙылар. Кисә һәр кемгә оҡшаны, Абдуллина Альмира Ғүмәр ҡыҙы яҡташыбыҙға барыһы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе. Сәрүәр Әбүталип улы үҙе лә барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Һәр кем, балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа күңелдәренә дәрт алып, Башҡортостаныбыҙҙа шундай илен, телен һөйгән шәхестәр булыуына ҡыуанып, кисәнән ҡәнәғәт булып таралышты.

+4