Иҫке Собханғол урта мәктәбенда китапханасы Ҡасимова Ә. Ф. 7В синыф уҡыусылары менән «Туған тел» исемле әҙәби сәғәт ойошторҙо. Сараның маҡсаты — киләсәк йәш быуында башҡорт теленә һөйөү уятыу, туған телдең ниндәй бай һәм бөйөк булыуын аңлатыу. Әңгәмә башында Әлфиә Фәрғәт ҡыҙы сығыш яһап, уҡыусыларҙы телдең һаҡсылары булырға саҡырҙы, телегеҙҙе яратығыҙ, ҡәҙерләгеҙ, һаҡлағыҙ, телде ҡәҙерләгән кеше ҡәҙерле булыр, тине. Сараның икенсе өлөшөндә уҡыусыларға «Әлләсе» уйыны тәҡдим ителде.