Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Китапханаға экскурсия

24 октябрь көнө Яуымбай ауыл китапханаһына 5-6 синыф уҡыусылары экскурсияға килде. Китапханасы Кинйәкәева Р.И. уҡыусыларҙы китапты нисек файҙаланыу һәм һаҡлау саралары менән таныштырҙы. Улар китапханалағы китаптар, гәзит, журналдар, әҙәби баҫмалар менән яҡындан танышты. Шулай уҡ китап күргәҙмәләре лә уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. «Һорау, яуап» викторинаһында әүҙем ҡатнаштылар. Уҡыусылар үҙәренә оҡшаған китаптарҙы һайлап алдылар. Китапхананан рухи аҙыҡ алып, илһамланып, тағы ла килергә тигән теләктә таралды балалар.

+1