Китапханала мәғлүмәт сәғәте үтте
26 июнь – Халыҡ-ара наркотик матдәләр ҡулланыуға һәм уның законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнө. Был дата 1987 йылдан алып Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы ҡарары буйынса билдәләнә.
Ошо дата уңайынан Ғәлиәкбәр ауыл китапханасыһы Толомғужина Лилиә Сәғит ҡыҙы өлкән синыф уҡыусылары өсөн “Зарарлы ғәҙәттәр беҙгә юлдаш булмаһын” исемле мәғлүмәт сәғәте үткәрҙе. Наркоманияның ҡурҡыныс сир икәнлеге, кеше организмына ниндәй зарарлы тәьҫир итеүе тураһында әңгәмәнән һуң, балалар төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр.
+1