Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Ҡоштар – тәбиғәт күрке

1 апрель, Халыҡ-ара ҡоштар көнөндә, Бөрйән районы китапханаларында ҡоштарға арналған төрлө саралар булып үтте. Ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү, балаларҙың беҙҙең яҡтың ҡоштары тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтеү маҡсатында Аҫҡар ауыл китапханаһында “Ҡоштар – тәбиғәт күрке” исемле уйын – кисә үткәрелде. Сарала уҡыусылар беҙҙең яҡта йәшәүсе ҡоштар менән таныштылар, ҡанатлы дуҫтарыбыҙға бәйле төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр, ребустар, кроссвордтар, йомаҡтар систеләр.Шулай уҡ балалар билдәләре буйынса ҡошто таныу, ҡырҡылған ҡоштарҙан тиҙ арала ҡошто төҙөү кеүек сослоҡто һынаған уйындарҙа ла ҡатнаштылар. Уҡыусылар тәбиғәт күрке булған ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы яҡларға, һаҡларға икәнлегенә тағы бер ҡат төшөндөләр. Ҡоштар көнө айҡанлы үткән был сара барыһына ла бик оҡшаны.

 

Ғәҙелгәрәй ауылы китапханасыһы Сирбаева Гөлфиә Зәбир ҡыҙы “Тамсыҡай” балалар баҡсаһында “Ҡоштар – беҙҙең ҡанатлы дуҫтар” исемле сара үткәрҙе. Балалар ҡоштарҙың ниндәй файҙа килтереүҙәре, бер-береһенән нисек айырылыуы тураһында белемдәрен байыттылар, йомаҡтарға яуап эҙләнеләр, ҡоштар тураһында китаптар менән таныштылар. Һуңынан ҡанатлы дуҫтарыбыҙ тураһында презентация ҡаранылар.

 

1 апрель  Нәби ауыл китапханаһында беҙҙең республикала йәшәүсе ҡоштар тураһында балаларҙың белемен тәрәнәйтеү маҡсатында уҡыусылар өсөн «Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар» исемле “Мөғжизәләр яланы” интелектуаль уйыны үткәрелде. Башҡортостанда йәшәүсе ҡоштарға бағышланған һорауҙарға балалар яуаптарҙы тиҙ тапты, бөтә өс турҙа ла улар зирәклектәрен, белемгә ынтылыштарын күрһәттеләр. Еңеүселәр һәм шулай уҡ барлыҡ ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләк менән бүләкләнде. Уйын бик мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы барҙы.

 

Яңы Усман ауылы моделлы китапханаһында ҡоштарға арналған “Мөғжизәләр яланы” уйыны үтте. Сара башында китапханасы Мәжитова Эльвира Юлай ҡыҙы байрамдың барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне, балалар ҡоштарҙың үҙенсәлектәре, көнкүрештәре тураһында күп мәғлүмәттәр тупланы, белемдәрен тәрәнәйтте. Артабан уйынсылар ҡоштарға арналған көндө “Мөғжизәләр яланы” уйыны менән дауам иттеләр. Бөтә өс турҙа ла ҡатнашыусылар зирәклектәрен күрһәттеләр.   Инсаф Йосопов уйындың еңеүсеһе булды.

 

Тимер ауыл китапханасыһы Зиянбаева Гөлнара Вәзир ҡыҙы 1 класс уҡыусылары өсөн “Балапан – ниндәй ҡош?” тигән мәғлүмәт сәғәтҽ үткәрҙҽ. Уҡысыларға ҡоштар көнө тураһында, бөркөттәр ғаиләһҽнә ҡараған балапандар, башҡорт халҡының ҡош сөйөп һунар итҽүҽ хаҡында һөйләгәндән һуң, Гүзәл Ситдиҡованың ” Балапандар күккә ынтыла” китабы мҽнән танышып, шиғырҙар уҡынылар.

+1