Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

“Һеҙгә әйтеp һүҙем баp” шиғыp һөйләүcеләp район кoнкуpcы үтте

28 март   район үҙәк китапханаһында  Бөтә донъя шиғриәт  көнөнә һәм ғаилә йылына  бағышланған, яттан шиғыр һөйләү буйынса ғаиләләр араһында   “Һеҙгә әйтер һүҙем бар!”  район конкурсы  булып  үтте. Был конкурстың маҡсаты:  башҡорт шағирҙарының әҙәби мираҫын пропагандалау, ғаилә менән китап уҡыу традицияларын үҫтереү, шиғри ижадтың иң яҡшы өлгөләре миҫалында үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек һәм ватансылыҡ рухында тәрбиәләү,  нәфис һүҙ сәнғәтен популярлаштырыу ине.

Шиғриәт… Ул һәр кемдең рухи аҙығы, әҙәбиәттең аҡыл батшаһы. Ул –  нәфислек таңы, юғары мәҙәниәтлелек. Шуға ла уның илаһи доньяһы күптәребеҙҙең күңелен арбауы бик тәбиғи.

Конкурста 12 ғаилә сығыш яһаны, улар Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Абдулхаҡ Игебаев, Риф Мифтахов, Фирүзә Абдуллина һәм башҡа билдәле авторҙарҙың шиғырҙарын  һөйләнеләр. Баһалама ағзалары тарафынан бер тауыштан Килдеғол ауылынан Әйүпова Гүзәлиә ҡыҙы Фаягөл менән еңеүсе тип танылды. Улар  Фәүзиә Ҡотлогилдинаның “Әсә һәм ҡыҙ һөйләшеүе” шиғыpын яттан һөйләп Гран – при яуланылаp. Беренсе урынды Ғәҙелгәрәй ауылынан Юлcуpина Гөлcөм  ҡыҙы Гөлйемеш, ейәнcәpе Айгүзәл алып ҡыуанһа, икенсе урынды Иҫке Собханғолдан Данис һәм Рәмзиә Хәкимовтар һәм Яңы Собханғолдан Баймурзина Миңзәлә  ейәнсәре Ильяна менән бүлештеләр. Өсөнсө урынға Тимер ауылынан Зиянбаева Гөлнара ҡыҙы Гөлфиә менән, Исламбай ауылынан Мырҙағолова Венера балалары Тимур һәм Камила менән, Ҡолғана ауылынан Айытбаева Регина ҡыҙы Вәсилә менән лайыҡ булдылар. Бәйгелә ҡатнашыусыларға Маҡтау грамоталары һәм сертификаттар тапшырылды.

Шиғриәт донъяһы ниндәй?

Белмәй бер кем,

Ул үҙенә йыйған бөтә йәшәү күркен.

Инеп батһаң ошо даръя ағышына,

Үлгәндә лә үкенмәҫһең яҙмышыңа.

Шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашыусы ғаиләләрҙең   барыһына ла ихлас күңелдән оло рәхмәтебеҙҙе белдереп, яңынан- яңы уңыштар, сәләмәтлек  теләйбеҙ.   Күңелегеҙ һәр ваҡыт шиғри хистәргә тулы булһын!

+1