Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Илде һаҡлау – изге бурыс

Беҙҙең башҡорт халҡы элек – электән илдең терәге – ир – егет, ғаилә терәге – атай кеше тип һанаған һәм уларға оло ихтирам, хөрмәт менән ҡараған. Шуға күрә лә Ир – егеткә – ил терәге, ғаилә таянысы булыу кеүек оло, яуаплы бурыс бирелгән. 23 февраль Аҫҡар ауыл китапханаһында уҡыусыларҙа атайҙары, олатайҙары менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү, ватанға һөйөү тәрбиәләү маҡсаты менән китапханала “Илде һаҡлау – изге бурыс” исемле сара ойошторолдо.Буласаҡ һалдаттар үҙҙәрен төрлө яҡлап һынау өсөн ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнаштылар, викторина һорауҙарына яуап таптылар, етеҙлекте, сослоҡто тикшергән ярыш төрҙәрендә лә һынатманылар.

+1