Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Тәрбиә нигеҙе ғаиләлә

21 февраль Ҡотан ауыл китапханаһы мәктәп менән берлектә әсәйҙәр өсөн “Тәрбиә нигеҙе ғаиләлә” исемле түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Сара Ғаилә йылы сиктәрендә ойошторолдо.

Йыйылыштың темаһы – ғаилә, баланы тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле. Әсәйҙәр менән ғаилә тураһында әңгәмә генә түгел, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ҙа ойошторолдо. Оҫта ҡуллы әсәй Сирбаева Гөлнар Булат ҡыҙы үткәргән оҫталыҡ дәресендә әсәйҙәр төҫлө ҡағыҙҙан 23 февралгә арнап, ир-егеттәр өсөн матур открытка эшләнеләр. Осрашыу бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.

+1