Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Осрашыу урыны — китапхана

20 февраль Байназар ауылы моделле китапханаһында “Йәшлек ” гәзите хәбәрселәре Гөлнур Ҡыуатова менән Инсаф Хужабиргәновтар, райондың “Баҙал” әҙәби ижад берекмәһе ағзалары, ауылдың мәғариф ветерандары, ҡәләм тирбәткән ағинәйҙәр һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән йәнле осрашыу кисәһе утте.
Сарала бик күп актуаль темалар асылды – киләсәк быуында яҙыусылар әҙ булыуы, мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең ҡыҫҡартылыуы, ауылдарҙа ла балаларҙың күпләп рус телендә аралашыуы, заманса уйын гаджеттарының күп булыуы һәм әлбиттә тел һаҡлау проблемаһы. Тыуған иленән, туған теленән айырылған кеше халҡыбыҙҙың, милләтебеҙҙең рухи байлығынан да мәхрүм ҡала, күпте юғалта. Туған тел ул камил иман, тәүфиҡ нигеҙе лә булып тора. Ғаиләлә тыуған телгә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнә. Өйҙә туған телдә һөйләшеү, туған телдә телетапшырыуҙар ҡарау, гәзит һәм журналдар уҡыу мөһим. Ә мәктәп — белгәнеңде камиллаштырыу, дөрөҫ йүнәлеш һайлау урыны ғына бит. Ғаиләлә бала менән туған телдә аралашмайһың икән, ул бер ваҡытта ла башҡортса һөйләшергә урамда өйрәнеп ҡайтмаясаҡ.
Ҡунаҡтар үҙ теләктәрен, фекерҙәрен еткерҙеләр, үҙебеҙҙең яҙыусыларыбыҙ шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар тыңланылар һәм әлбиттә үҙҙәренең ижад емештәре менән уртаҡлаштылар.

+1