Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Батыр егет – ил күрке

АФҒАН. Илебеҙ тарихының әрнеүле, ҡайғылы бер бите. Афған һуғышы – яҡындарын юғалтҡан меңәрләгән яҡташыбыҙға ҡайғы килтергән ҡан ҡойош – бөгөн тарихҡа әйләнде, ул илебеҙ яҙмышына юйылмаҫлыҡ яра һалды.
13 февраль Исламбай ауыл китапханаһы мәктәп менән берлектә Совет ғәскәрҙәрен Афғанстан республикаһынан сығарыуға – 35 йыл тулыуға арнап “Батыр егет – ил күрке” исемле бик фәһемле осрашыу-кисә үткәрҙе. Балаларҙа илһөйәрлек рухы тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән осрашыу ветерандар өсөн дә, уҡыусылар өсөн дә матур йолаға әүерелде.
Кисәгә иңдәренә Афғанстанда утлы бәрелештәрҙә ҡатнашыу бурысы төшкән, ошо мәшхәрҙе үҙ күҙҙәре менән күреп, үҙ йөрәктәре аша үткәргән батыр йөрәкле, ҡурҡыу белмәҫ, донъяға матур тормош, азатлыҡ килтереүсе ветерандар Хәйбуллин Зиннур Әҡсән улы, Әхмәтйәнов Шамил Әшрәф улы һәм Чечня республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандар Аллабердин Радик Рәис улы, Мырҙағолов Заһит Нәғим улы саҡырылды.
Китапханасы Флүзә Батыр ҡыҙы кисәне асып, барыһында сәләмләп, тарих биттәренә күҙ һалды, һуғыш ветерандарын был иҫтәлекле көн менән тәбрикләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Бөгөн беҙ осрашыуға алыҫ Афған, Чечня ерендә ғүмерҙәре өҙөлөп, мәңге йәш булып ҡалған һалдаттарҙы иҫкә алыу өсөн һәм ошо дәһшәтле көндәрҙең шаһиты булып йәшәүсе иҫәндәр хаҡында онотмай, уларға оло хөрмәт күрһәтеү өсөн йыйылғанбыҙ”,- тине
Артабан ветерандар балаларға үҙҙәре үткән хәрби хеҙмәт юлдары – Афғанстан һәм Чечнялағы алыштар хаҡында һөйләне. Яугир-интернационалист башҡа ҡыҙыу нөктәләрҙә булған егеттәр кеүек күргән-кисергәндәрен асылып китеп һөйләргә яратмай. Сөнки ул көндәр йөрәктә тәрән эҙ ҡалдырған, хәтирәләрен яңыртыу күңел яраларын яңырта. Иҫән ҡайтыу бәхет булһа ла, ул саҡтағы шартлау, атыш тауыштары, ҡарауыллап торған снайперҙар, үлем менән күҙгә-күҙ осрашыуҙар, иптәштәрҙе юғалтыуҙар иң ауыр хәтирәләр булып мәңге күңеленә уйылған. Улар бындай һуғыштарҙың башҡаса бер ҡасан да булмауын теләне.

Кисәнең икенсе өлөшөндә 8 класс егеттәре ветерандар менән ике командаға бүленеп, төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙа көс һынаштылар. Күҙ бәйләп танк һүрәте төшөрҙөләр, ҙур перчаткаларҙа самолет эшләнеләр, хәрби званиеләрҙе дөрөҫ иттереп теҙеп күрһәттеләр, мина эҙләнеләр һәм башҡа уйындарҙа ҡатнаштылар. Сараны уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән концерт (етәксеһе М.М.Аллабердина) номерҙары биҙәне.

Хөрмәтле яугир-интернационалистар! Һеҙҙең батырлыҡ бер ҡасан да онотолмаҫ, беҙҙең күңелдәрҙә оло ихтирам хистәре менән һаҡланыр. Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индереүегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, рух күтәренкелеге теләйбеҙ!

+1