Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Ныҡлы ғаилә – ил терәге

2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаилә – ул беҙҙең өй, атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ғаилә – күңелдәрҙе йылытырлыҡ усаҡ, ҡыуаныстарҙы уртаҡлашып, көйөнөстәрҙе бергә күтәргән, бер-береңә терәк булып, аңлашып, ғүмер юлынан етәкләшеп атлаусы кешеләр. Йәмғиәтебеҙ ҙә тап ошондай татыу, өлгөлө ғаиләләргә таяна.
Ҡотан ауыл китапханаһы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы менән берлектә Ғаилә йылын асып “Ныҡлы ғаилә – ил терәге” исемле ғаилә байрамы үтте. “Башҡорт ғаилә”һе һәм “Татыу ғаилә” командалары зирәклектә, отҡорлоҡта һәм етеҙлектә үҙ-ара көс һынаштылар. Байрамда ихлас ҡатнашыусы бар ғаиләләргә Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр һәм тәмлекәстәр тапшырылды.
Байрамды үткәреүҙә спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтеүсе “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи- мәҙәни музейы- ҡурсаулығына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

0