Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың тыуыуына 100 йыл

5 февраль Исламбай ауыл китапханаһы 2-се класс уҡыусылары өсөн (класс етәксеһе Галиуллина Р.Х.) «Үлемһеҙлек юлынан» исемле батырлыҡ сәғәте үткәрҙе. Сара Советтар Союзы Геройы Александр Матросовҡа арналды. Сөнки 5 февралдә башҡорт халҡының бөйөк улы, Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың тыуыуына – 100 йыл, ә үлемһеҙ батырлыҡ ҡылыуына 27 февралдә 80 йыл була.
Китапханасы укыусыларҙы Шәкирйәндең әсәйһеҙ үҫеүе, Ульяновск өлкәһе Иваново балалар йортонда, һуңынан Өфөләге хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнеүе тураһында һөйләп үтте. Артабан сара барышында 1943 йылдың 27 февралендә Чернушки ауылын азат итеү өсөн барған һуғышта дошман дзоты амбразураһын үҙ күкрәге менән ҡаплап һәләк булған батырыбыҙ Александр Матросовтың тормош юлы менән, батырҙарҙың-батыры тигән даны таралған һәм рус фамилияһы менән китаптарға ингән Александр Матросовтың башҡорт егете Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов булыуы менән таныштырҙы. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өсөн нимәләр эшләнгәнлеге тураһында ла һөйләштеләр. Батырлыҡ сәғәтендә уҡыусылар үҙҙәренең уй фекерҙәре менән дә бүлеште. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Раушания Хәйбрахман ҡыҙы билдәле яҙыусы, журналист Рәүеф Насировтың “Ҡайҙан һин, Матросов?” исемле китабының яҙылыу тарихы тураһында ҡыҫҡаса һөйләне һәм уҡып сығырға тәҡдим итте. Сара аҙағында уҡыусыларға “Подвиг Александра Матросова” исемле видеопрезентация күрһәтелде.

+1