Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Илһөйәрлек рухы һүнмәһен

2 февраль Байназар урта мәктәбендә ауыл китапханасылары Ишбулатова С. В. һәм Имангулова Д. Э. менән берлектә 8-10 класс уҡыусылары өсөн ошо мәктәпте тамамлаған, 2018 йылда Ҡыҙыл байраҡлы Ҡазан юғары танк команда училищеһы тамамлап, 35-се Мотоуҡсылыр ғәскәренең танк взводы командиры, лейтенант, әлеге ваҡытта Украинала барған махсус хәрби операцияһында хәрби булысын үтәгән һәм тыуған ауылына ваҡытлы ялға ҡайтҡан Айытбаев Нурлан Рөстәм улы менән ҡаһарманлыҡ дәресе үткәрелде. Сара МХО ҡатнашып батырҙарса һәләк булған батырҙарыбыҙҙы бер минутлык тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған сара барышында яугир уҡыған йорто, хәрби хеҙмәтенең нисек башланыуы, йәшәү шарттары, һалдаттар араһында командалыҡ рухы һәм дуҫлыҡ тураһында һөйләне. Аныҡ миҫал итеп видео-яҙмалар күрһәтте. Осрашыу бик тулҡынландырғыс һәм иҫтә ҡалырлыҡ үтте. Яугирҙарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ һәм тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

0