Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте

24 ноябрь Әсәләр көнө уңайынан Исламбай ауыл китапханаһы, мәктәп менән берлектә “Хеҙмәтенә күрә хөрмәте” исемле матур осрашыу-кисә үткәрҙе. Осрашыуға ауылдың абруйлы ағинәйе, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” Ғәлиуллина Нурия Әхмәҙинур ҡыҙы саҡырылды. Китапханасы Әхмәтйәнова Флүзә Батыр ҡыҙы кисәне асып, Нурия Әхмәҙинур ҡыҙын Әсәләр көнө менән ҡотлап китте. Артабан уның менән йәнле әңгәмә ҡоролдо. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар. Һаулыҡ һаҡлау ветераны, 34 йылдан ашыу ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында торған Нурия Әхмәҙинур ҡыҙы үҙенең бай тәжрибәһе менән уртаҡлашты, һалмаҡ ҡына ғүмер йомғағын һүтте, уҡыусыларға изге теләктәрен дә еткерҙе. Кисә аҙағында балалар байрам уңайынан йырлап, шиғырҙар һөйләп тә күрһәттеләр.
130-ҙан ашыу сабыйға “кендек инәһе” булған Нурия Әхмәҙинур ҡыҙы, ысынлап та, хөрмәткә, ололауға лайыҡ, ул – Бөйөк Әсә!

 

0