Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Китапханала ҡыҙыҡһыныусылар клубының сираттағы ултырышы үтте

Район үҙәк китапханаһының уҡыу залында “Йәнтөйәк” ҡыҙыҡһыныусылар клубының сираттағы ултырышы үтте. Йыйлыштың темаһы “Алдар Иҫәкәев”. Вәлиуллин Йосоп Алдар батырҙың хәрби походтары тураһында бәйән итте. Ул Алдар батырҙың шәжәрәһен, походтарҙың картаһын төҙөп килтергән. Кәримов Марат “алдар” һүҙе төрки телдәрҙә “алдын” тигәнде аңлатҡанын иҫбатланы. Иманғолов Рәмил иһә тарихҡа байҡау яһап, Тарыуал яланында стелла асҡанды һөйләне. Вәлиуллин Рим юҡҡа сыҡҡан ауылдар исемлеген тергеҙеү тураһында иҫкә алды. Вәлиуллина Флүрә районыбыҙ тарихына бәйле топономикаға туҡталды. Сираттағы ултырыш 16 декабргә билдәләнде.

+1