17 ноябрь – Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө
17 ноябрь – Халыҡ – ара тәмәкенән баш тартыу көнө. Был көн ноябрҙең өсөнсө кесаҙнаһында билдәләнә. Маҡсаты – доньяла тәмәке тартыуҙы кәметеү, табиптарҙың һәм халыҡтың был насар ғәҙәткә ҡаршы көрәшеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм үҫеп килгән быуынға тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында төрлө мәғлүмәт саралары аша хәбәр итеү. Иҫке Монасип ауыл китапханаһында балалар өсөн “Тәмәкенән алыҫ тор!”исемле һаулыҡ сәғәте үтте. “Һаулығың – байлығың” исемле күргәҙмә ойошторолдо. Китапханасы А. Мырҙағолова тәмәкенең зыяны тураһында һөйләне, балаларға һаулыҡ темаһына төрлө һорауҙар бирҙе. Уҡыусылар иғтибар менән тыңланылар, һәр һорауға ентекле яуап биреп, ихлас әңгәмәләштеләр. Уларҙың үҙ фекере булыуы, эсеү – тартыуға кире ҡарашта булыуҙары ҡыуандырҙы.