Батырлыҡ дәресе үтте
10 ноябрь Байназар ауыл китапханасылары уҡыусылыр өсөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнөнә арналған “Легендар генерал Шайморатов ” исемле батырлыҡ дәресе үткәрҙеләр. Сара башында китапханасылар 112 -се Башҡорт кавалерия дивизияһының ойошторолоу тарихы менән таныштырҙылар. Бөрйән районы буйынса “Википедия” етәксеһе Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы дивизияла хеҙмәт итеүсе яугир яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәт менән ҡыҙыҡлы уйын форматында кисәне дауам итте. Артабан балаларға генерал һәм уның данлыҡлы 112-се башҡорт атлы дивизияһы тураһында документаль фильм күрһәтелде. “Легендар генерал Шайморатов” исемле китап күргәҙмәһе янында күҙәтеү ойошторолдо һәм кисә “Шайморатов генерал” йыры менән тамамланды.
0