Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Бөйөк һүҙ оҫтаһы

9 ноябрь яҙыусы, шағир, драматург һәм тәржемәсе Иван Сергеевич Тургеневтың тыуыуына 205 йыл тула. Ошо уңайҙан Ғәлиәкбәр ауыл китапханаһында “Бөйөк һүҙ оҫтаһы” исемле әҙәби сәғәт үтте. Китапханасы уҡыусыларҙы “И. С. Тургеневтың тормошо һәм ижады” презентацияһын ҡулланып яҙыусының биографияһы һәм ижады менән таныштырҙы, “Рус рухы һәм тәбиғәте йырсыһы” исемле китап күргәҙмәһенә байҡау яһанылар. Артабан балалар “Рус теле” (“Русский язык”) шиғырын, “Тормош тамсыһы” (“Капля жизни”) әкиәтен тыңлап, “Турғай” (“Воробей”) әҫәре буйынса төшөрөлгән йәнһүрәтте ҡарап, һорауҙарға яуап бирҙеләр, фекер алыштылар.

0