Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Буҙа эскән, сирхау белмәҫ…

Буҙа – халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Ҡунаҡҡа айырыуса хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә булған буҙа менән һыйлау. Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла эсемлегебеҙгә ҡарата һуңғы йылдарҙа иғтибар артты.
3 ноябрь “Сәнғәт төнө” акцияһы сиктәрендә Исламбай ауыл китапханаһында халҡыбыҙҙың милли эсемлегенә арналған “Буҙа ҡояйыҡ әле!” тип исемләнгән оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Кисәгә 7 класс ҡыҙҙары саҡырылды. Китапханасы кисәне асып, буҙа тарихына байҡау яһаны. Маһира Бәшир ҡыҙы буҙаның файҙаһы, дауалау үҙенсәлектәре менән таныштырып үтте.
Артабан һүҙ буҙа оҫталарына бирелде. Флүзә Батыр ҡыҙы үҙенең буҙа эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашып, ҡыҙҙарға буҙа эшләү тәртибен эҙмә-эҙлекле эшләп күрһәтте. Артабан ауылыбыҙҙың буҙа эшләү оҫтаһы Тәнзилә Талха ҡыҙы боронғоса буҙа ҡойоу серҙәре менән таныштырҙы. Ҡыҙҙар менән буҙа ла тәмләнек, таҡмаҡта әйттек. Улар буҙа тураһында шиғырҙа һөйләп ишеттерҙеләр.

Файҙалы, минералдарға, аҡһымдарға бай һоло ярмаһынан әҙерләнгән был эсемлек, ысынлап та ихтирамға һәм ихтибарға лайыҡ! Туҡлыҡлы, шифалы буҙа өҫтәлебеҙҙән йәйен-ҡышын өҙөлмәһен ине! Уны бәләкәстән эсеп, күнегеп үҫкәндәр ситтән килгән ят эсемлектәрҙе үҙ итмәҫ, ымһынмаҫ…

0