Ашнаҡсы – кәрәкле һөнәр
Халыҡ аҡылы буйынса, һәр һөнәр оҫталыҡ талап итә. Ә ашнаҡсы һөнәре – ул махсус һөнәр. Боронғо рус мәҡәлендә: “Яҡшы ашнаҡсы табипҡа тиң” тип яҙылған. Ысынлап та, ашнаҡсыға ла, табипҡа ла битараф булырға ярамай. Сөнки кешенең һаулығы ла, кәйефе лә, хеҙмәт етештереүсәнлеге лә кешене нисек ашатыуҙан тора. Шулай уҡ был һөнәр даими эҙләүҙе, ижади фантазияны талап итә, сөнки ашханаға, кафеға, ресторанға килеүселәрҙе хайран ҡалдырыр кәрәк. 20 октябрь көнө, Халыҡ-ара Ашнаҡсылар көнө тип атала. 2004 йылдан алып был һөнәр кешеләре бөтә планетала үҙҙәренең байрамдарын билдәләй.
18 октябрь Яңы Усман моделле ауыл китапханаһында ҡыҙҙар менән берлектә “Ашнаҡсы – кәрәкле һөнәр” исемле сара үткәрелде. Ҡыҙҙар үҙҙәрен ашнаҡсы һөнәрендә һынап ҡаранылар. Викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, уйындар уйнап, емеш – еләктән салат эшләп, бергәләшеп өҫтәл ултыртып, ашап, һут эсеү бик ҡыҙыҡлы булды. Был саранан ҡыҙҙар ашнаҡсының фантазияға бай, яҡшы хәтер, тәм тойоу, үткер күҙле, яҡшы еҫ һиҙеү сифаттарына эйә булырға кәрәклеген белделәр.