Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Китапханала шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте

12 октябрь, Килдеғол ауыл китапханаһында, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова менән мәғариф ветераны, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Миңлегөл Хисамоваға 75 йәш тулыу айҡанлы “Көҙгө моң” исемле шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Китапханасы Искужина Н.И. уҡыусыларҙы шағирәләрҙең тормош юлы, ижады, китаптары менән таныштырҙы.
Илһам, рух байрамына майҙан тоторға 12 бәйгесе сыҡты. Һәр бәйгесенең ихлас әҙерләнеп килеүе бик ныҡ шатландырҙы. Балалар араһында урындар түбәндәгесә билдәләнде:
Гран-при – Әйүпова Фаягөл;
1 урын – Мөхәмәтйәнов Рузил;
2 урын – Миндеғолов Ибраһим, Әйүпова Айгөл;
3 урын – Билалов Ибраһим, Миндеғолов Алсын;
“Иң хисле башҡарыусы” номинацияһына Ғиләжова Зөлфиә, “Еңеүгә ынтылыш” номинацияһына Әхмәтйәнова Лилиә, “Иң ихлас башҡарыусы” номинацияһына Шәрипова Эльвина, Көмөшбаева Зинира, “Иң оҫта башҡарыусы” номинацияһына Ғиләжова Әдилә, Искужина Диана лайыҡ булдылар.
Конкурста ҡатнашыусы балаларға, уларҙы әҙерләп конкурсҡа сығарыусы класс етәкселәре Иркә Уразбай ҡыҙына, Гөлнара Фауариз ҡыҙына, Әлфиә Нуретдин ҡыҙына ҙур рәхмәттәрҽбҽҙҙҽ бҽлдҽрәбҽҙ, уларға ижади уңыштар тҽләйбҽҙ!

0