Беҙ – тыныслыҡ яҡлы
21 сентябрь – Бөтә донъя тыныслыҡ көнө тип билдәләнә. Ошо уңайҙан 22 сентябрь көнө Яңы Собханғол ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 5 класс уҡыусылары өсөн китапханасы Күсәпова Филиә Йосоп ҡыҙы “Беҙ – тыныслыҡ яҡлы” исемле сара үткәрҙе. Был сара уҡыусыларға тыныс тормоштоң ни тиклем мөһим булыуын, Ер шарындағы бер кешенең дә һуғыш теләмәүен аңлатыу маҡсатында үткәрелде. Уҡыусылар тыныслыҡ, изгелек һәм именлек символы булған күгәрсен һүрәтен буянылар. «Беҙ тыныслыҡ яҡлы» исемле плакатҡа устарын һыҙып эсенә үҙҙәренең теләктәрен яҙҙылар. Шулай уҡ «Сөй тураһында» исемле кинәйәле хикәйә тыңланылар һәм үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлаштылар. Балалар тыныслыҡ дуҫлыҡтан башлана, бер-береңә изге күңелле булырға, бер-берең менән уртаҡ тел табырға, бер-береңә юл ҡуя белергә кәрәк тигән һығымтаға килделәр. Ер шарында тыныслыҡ мәктәп класындағы татыулыҡта да башлана тип тә өҫтәнеләр.