Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Юл ҡағиҙәләре – беҙҙең дуҫтар

Балаларҙың юл йөрөү ҡағиҙәләре, юл хәрәкәте тамғалары тураһында белемдәрен нығытыу, иғтибарлылыҡ, уйлау, күҙаллау һәләттәрен үҫтереү һәм ярҙамсыллыҡ сифатарын тәрбиәләү маҡсатында 18 сентябрь Аҫҡар ауыл китапханаһында башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Тылсымлы билдәләр” исемле сара үткәрелде. Кескәйҙәр төрлө уйындар аша юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштылар, һорауҙарға яуап эҙләнеләр, хәрәкәтле уйындарҙа ҡатнаштылар. Иң мөһиме – уҡыусылар ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға ярамай, шуға ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә, һәр саҡ иғтибарлы булырға кәрәк тигән һығымтаға килде.

 

0