Насар ғәҙәттәргә – юҡ!
“Кемдең ниндәй юл һайлауы – насар яҡҡамы, яҡшылыҡҡамы – һәр кемдең үҙ ихтыярында. Насар булырға теләйһең икән, бының өсөн мөмкинлектәр һәм саралар тулып ята. Әгәр инде яҡшыны эҙләргә теләһәң, уны шулай уҡ аҙым һайын табырға була. Иң мөһиме – кешенең теләгендә, уның үҙ-үҙен яҡшыға көйләүендә. Кешенең үҙендә яҡшы сифаттар тәрбиәләргә ынтылыш һәм үҙендәге насар сифаттарҙан ҡотолоу теләге бар икән, тимәк, ул кешегә өмөт бар: ул бер ҡасан да насар юлдан китмәйәсәк”. Тел һәм әҙәбиәт белгесе, шағир, публицист Р.Шәкүрҙең һүҙҙәрендә ни тиклем дөрөҫлөк, хаҡлыҡ ярылып ята.
Беҙ шул тиклем матур, йәмле донъяла йәшәйбеҙ – ул үҙе ҙур бәхет. Әммә… үкенескә күрә, насар ғәҙәттәр ҙә һирәк осраған күренеш түгел шул. Ошо ғәҙәттәрҙе булдырмау, яҡшылыҡҡа ҡарап үрнәк алыу, сәләмәт тормош алып барыу һәм спорт менән дуҫлыҡты нығытыу маҡсатынан сығып 18 сентябрь Ғәликбәр ауыл китапханаһында балалар өсөн “Насар ғәҙәттәргә – юҡ!” исемле сара уҙғарылды. Был фәһемле темаға әңгәмәнән һуң, уйланырлыҡ практик һорауҙар бирелде. Сара аҙағында балалар презентация ҡарап киләсәктә ниндәй юл һайларға һығымта яһанылар.