Үҙе ҡанатлы, ижады талантлы
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, йәмәғәт эшмәкәре, журналист Гөлфиә Юнысоваға 75 йәш. Шағирәнең юбилейы айҡанлы 19 сентябрь Ҡотан мәктәбендә “Үҙе ҡанатлы, ижады талантлы” исемле әҙәби сәғәт үткәрелде. Китапханасы Ғәҙелшина Эльвира Фәнил ҡыҙы шағирәнең әҙәбиәткә балалар өсөн яҙған шиғырҙары менән килеп инеүен, кескәйҙәрҙең күңел донъяһын төптән аңлаған балалар шағирәһе булып танылыуын һөйләне, ошо өлкәләге уңышлы ижады өсөн Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнеүен әйтеп үтте, ижад юлына ҡыҫҡаса байҡау яһаны.
Уҡыусылар Гөлфиә Юнысова шиғырҙарында тормош, йәшәйеш, көрәш, рухиәт, әхлаҡи тәрбиә, кешелеклелек кеүек мәңгелек төшөнсәләр өҫтөнлөк алыуын белделәр, шиғырҙарын уҡынылар, уның ижад иткән йомаҡтарын систеләр. Сара аҙағында “Себен, серәкәй һәм бал ҡорто” әкиәте буйынса йәнле әңгәмә ҡоролдо.