Йыл һайын 11 сентябрҙә эскелеккә ҡаршы көрәшеү һәм айыҡ йәшәү рәүешен популярлаштырыу маҡсатында Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө уҙғарыла. Илебеҙҙә бындай көн, йылына ике тапҡыр – 11 сентябрҙә, 3 октябрҙә билдәләнә.
11 сентябрь Исламбай ауыл китапханаһы мәктәп һәм клуб менән берлектә үҫмерҙәр өсөн “Эскелек хурлык – айыҡлыҡ ҙурлыҡ” тип аталған иҫкәрмә – дәрес үткәрҙе. Китапханасы Әхмәтйәнова Ф. Б. айыҡлыҡ көнө барлыҡҡа килеү тарихы, эскелектең ғаиләгә зыяны тураһында һөйләне, статистика мәғлүмәттәренә лә туҡталып китте. Артабан медицина өлкәһендәге йәш белгес Зилиә Хәбир ҡыҙы спиртлы эсемлектәрҙең һаулыҡҡа зыяны, төрлө ауырыуҙарға сәбәпсе булыуы, бигерәк тә, йәш үҫмерҙәр өсөн был тағы ла ҡот осҡос, етлегеп тә етмәгән организм өсөн ҙур ҡурҡыныс тыуҙырыу тураһында аныҡ ҡына итеп һөйләп ишетерҙе һәм бер ҡасан да был насар ғәҙәткә өйрәнмәҫкә кәңәш бирҙе. Тәрбиәүи эштәр буйынса директор ярҙамсыһы Мәфрүзә Мәжит ҡыҙы ла балаларға үҙ кәңәштәрен еткерҙе, сәләмәт тормош алып барырға саҡырҙы. Артабан, балалар эскелек темаһына бик тә актуаль, фәһемле “Быйма” исемле ҡыҫҡа метражлы фильм ҡаранылар. Һуңынан ошо кино тураһында балалар фекер алышты. Сара аҙағында уҡыусылар айыҡ тормошто һайлауҙарын белдереп, ромашка сәскәһенең таждарына теләктәрен яҙҙылар һәм “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!” девизы аҫтында спорт уйындары уйнап таралыштылар.