Милләт киләсәге – айыҡлыҡта
Борон-борондан ағинәйҙәр аҡһаҡалдар менән бер рәттән йәмғиәт тормошонда баһалап бөткөһөҙ ҙур роль уйнаған. Йәш быуынға милли асылыбыҙға ярашлы матур тәрбиә биреү, уларға ватансылыҡ тойғоларын һеңдереү, халҡыбыҙға ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙән, йолаларыбыҙҙан тайпылырға юл ҡуймау, милләтәштәребеҙҙе айыҡ, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлау… Былар – ағинәйҙәрҙең үҙ иңдәренә алған ил-йорт, милләт хәстәрҙәренең бары тик бер өлөшө генә. 7 сентябрь Аҫҡар ауыл китапханаһында Ағинәйҙәр менән берлектә “Милләт киләсәге – айыҡлыҡта” исемле әңгәмә ойошторолдо. Ауылдарҙағы өйҙәрҙә уттар һүнмәһә, халҡыбыҙ берҙәм һәм дуҫ булһа, ғаиләләр сәләмәт тормош рәүеше алып барып, үҙ балаларына атай ҙа, әсәй ҙә берҙәй кәрәклеген аңлап, улар өсөн яуаплылыҡ тойоп, үҙҙәре көтһә, матур тәрбиә бирһә, киләсәгебеҙ ҙә ышаныслы булыр тигән фекерҙәр менән таралышты улар.