Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө билдәләнде
Йыл һайын 22 августа илебеҙ Дәүләт флагы көнөн билдәләй. Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы 1994 йылдан рәсми рәүештә билдәләнгән Рәсәй байрамдарының береһе.
Беҙҙең флаг Ватандың ҡеүәтен һәм бөйөклөгөн кәүҙәләндерә. Флагыбыҙҙың һәр һыҙатының төҫө айырым әһәмиәткә эйә. Аҡ тыныслыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ, зәңгәр – иман һәм рухилыҡ, ә ҡыҙыл – энергия, көс, батырлыҡ, мөхәббәт һәм Ватан өсөн ҡойолған ҡан. Шуға күрә флагҡа һәм башҡа дәүләт символдарына хөрмәт – ул тәү сиратта Тыуған иленә, уның мәҙәниәтенә һәм традицияларына хөрмәт. Тик бергәләп, беҙҙең флаг аҫтында, илде артабан да алға, яңы ҡаҙаныштарға һәм еңеүҙәргә алып бара алабыҙ.
Флаг – граждандарҙы берләштергән, илдең үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәген берләштергән дәүләттең мөһим символдарының береһе. Дәүләт символикаһында дәүләт һәм халыҡ тарихы, уның традициялары һәм менталитеты сағыла. Ул барыбыҙҙы ла үҙ илен көслө һәм сәскә атҡан держава итергә ынтылыуҙа берләштерә, идеяларын белдерә.
Ошо күренекле дата уңайынан Ғәлиәкбәр ауыл китапханаһында балалар өсөн “Рәсәй – минең илем” исемле танып – белеү уйын программаһы үтте.