Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

«Әлләсе» интеллектуаль өҫтәл уйыны ойошторолдо

15 август көнө Ҡолғана ауыл китапханаһында, уҡыусыларҙың каникулдарын файҙалы уҙғарыу маҡсатында, балалар менән “Әлләсе ” интеллектуаль уйыны ойошторолдо. Был уйын балаларҙы отҡорлоҡҡа, тапҡырлыҡҡа, зирәклеккә һынай һәм башҡорт телен яҡшы белеүҙе, тиҙ фекерләп, уйлап уйнауҙы талап итә. Уйында ике команда ҡатнашты. Төп шарты – бер минут эсендә үҙ командаңа һүҙҙәрҙе аңлатыу. Тәү ҡарамаҡҡа ябай күренһә лә, һүҙҙәр аңлатҡанда төрлө һынауҙар үтәргә ла тура килә уйынсыларға. Сарала һәр кем бик теләп ҡатнашты, үҙҙәренең аҡыл зирәклектәрен, иғтибарлылығын тикшерҙе.

0