10 август – Бөтә донъя арыҫлан көнө
10 август көнө, Рәсәйҙә һәм башҡа төрлө илдәрҙә Арыҫландар көнө билдәләнә. Йыртҡыс хайуан булһа ла, ул да яҡлауға мохтаж. Арыҫландарҙың ҡайһы бер төрҙәре инде юғалыу сигенә еткән. Шуға ла ошо көндә хайуандар батшаһына күргәҙмәләр, документаль фильмдар аша иғтибар бүләләр, браконьерҙарҙан һаҡлау ысулдарын тәҡдим итәләр.
Яңы Усман ауылы моделлы китапханаһында “Хайуандар донъяһы – арыҫландар” исемле сара үткәрелде. Балалар йомаҡтар систеләр, арыҫландар донъяһы менән таныштылар, һүрәттәр буянылар, хайуандар тураһындағы китаптарҙы ҡаранылар.
0