Китап – күңел байлығы
9 август – Бөтә донъя китап һөйөүселәр көнө билдәләнә. Был байрам яҙыусыларҙы, әҙәбиәтселәре, нәшерселәрҙе, китапханасыларҙы, китап уҡыусыларҙы һәм китап яратҡан барлыҡ кешеләрҙе берләштереүсе яҡты, матур байрам. Ошо дата уңайынан Ғәлиәкбәр ауылы китапханаһында балалар өсөн “Китап – күңел байлығы” исемле сара үтте. Балалар үҙҙәренең яратып уҡыған китаптары тураһында һөйләгәндән һуң, кроссворд һәм ребустар систеләр, әкиәттәр буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.
0