Ил ҡыҙын ололаны Бөрйән
Аҡҡан һыуҙар кеүек ғүмер уҙа,
Йүгәнләйһе ине йылдарҙы…
Йылдарҙы йүгәнләп булмаһа ла аҡҡан һыуҙар кеүек уҙған ғүмерен алдына оло маҡсаттар ҡуйып, тик яҡшы эштәр эшләп, бар тормошон туған халҡына хеҙмәт итеүгә арнап йәшәгән көслө рухлы шәхестәр була. Ана шундай шәхестәрҙең береһе – Бөрйән ҡыҙы, яҡташыбыҙ Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова.
6 июль көнө Иҫке Монасип ауыл мәҙәниәт йортонда Бөрйән районының Яңы Монасип ауылы ҡыҙы, филология фәндәре докторы, БР – ның һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, балалар яҙыусыһы, билдәле ғалимә Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙының 75 йәшенә арналған ғүмер байрамы үтте. Яҡташыбыҙҙы ҡотларға кемдәр генә килмәгән! Олоһо- кесеһе, туғандары, таныштары, Өфөнән бер төркөм яҙыусылар, район хакимиәтенән, күрше ауылдарҙан, ғөмүмән, әҙәбиәт һөйөүселәр! Кисәне алып барыусы Илфат Барый улы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙының тормош юлына байҡау яһаны. Артабан юбилярҙы ҡотлау өсөн сәхнәгә ошо күркәм байрамдың төп ойоштороусыһы – Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Вәлиева Венера Фәрит ҡыҙы күтәрелде. Бөрйән башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Айгиз Юлай улы Шәрипов, республикабыҙҙың йәш яҙыусыһы, Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, шағирә Гөлназ Ҡотоева, райондашыбыҙ яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова, ауылдашыбыҙ Тәнзилә Дәүләтбирҙина, район ҡатын- ҡыҙҙар советы рәйесе Салауатова Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы, “Таң” гәзите редакцияһының директор- баш мөхәррир урынбаҫары Таңһылыу Баһауетдинова, шағирә, “Таң” гәзите хеҙмәткәре Айһылыу Ғарифуллина, мәктәп директорҙары, ауылдаштары, туғандары, таныштары ихлас күңелдән юбилярҙы ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырып, изге теләктәрен еткерҙеләр, рәхмәттәрен белдерҙеләр, тәьҫораттары менән уртаҡлаштылар. Һәр сығыш дәртле бейеүҙәр, моңло йырҙар менән аралашып барҙы. Һәр сығыш дәррәү алҡыштарға күмелде. Яҡташыбыҙ, үҙ сиратында, халыҡҡа йылы һүҙҙәре, иғтибары, шәхестәргә ихтирамы өсөн оло рәхмәтен, ҡыуанысын белдерҙе, бик тә матур бүләктәр – китаптарын бүләк итте. Фәһемле сығышын йотлоғоп тыңлаған яҡташтарына изге теләктәр, донъябыҙға тыныслыҡ теләне, киләсәктә һәр мәктәптән кәмендә унышар ғалим, шәхес сыҡһын, тип тә өҫтәне. Үҙ йәшенән күпкә йәш күренгән, һөйкөмлө ҡатын, өлгөлө әсә, өләсәй, үҙен ҙурлаған халҡы һөйөүенән нурланып, балҡып, йәшәреп, бәхетле йылмайып хушлашты яҡташыбыҙ, ғорурлығыбыҙ Зәйтүнә апай.