Дуҫлыҡтың ҡәҙерен бел
30 июль Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө билдәләнә. “Мәшәҡәттәре мәңге бөтмәҫ был донъяла дуҫтар һәр саҡ терәк. Дуҫлыҡҡа таянған кеше тормошта бер ҡасан да юғалып ҡалмай. Уның һәр аҙымы ышаныслы була. Тайғаҡ юлдан атлағанда йығылмаҫ өсөн таяҡ кәрәк, ғүмер юлынан уҙғанда дуҫтарҙың булыуы шарт” – тип яҙған Ризаитдин Фәхретдин «Йыуаныс» китабында.
Нәби ауылы китапханаһында ошо көнгә арналған “Дуҫлыҡтың ҡәҙерен бел” исемле сара үткәрелде. Китапханасы Теләүбаева Роза Ҡадир ҡыҙы балалар менән кемдәр улар дуҫтар, дуҫ ниндәй булырға тейеш кеүек һорауҙарға фекер алышҡандан һуң, дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө. Сара аҙағында һәр береһе үҙенең яҡын дуҫын яҙып “Минең дуҫым” исемле дуҫлыҡ ағасы эшләп ҡуйҙы.
0