Ҡатыҡ тәмләшеү байрамы үтте
Ҡатыҡ тәмләшеү – онотолоп барған байрамдарҙың береһе. Ул элек – электән яландар сәскәләргә күмелеп, һыйырҙың һөтө тәмләнгәс үткәрелгән. 2 июль Әтек ауылы китапханасыһы Баймөхәмәтова Айгөл Һатыбал ҡыҙы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Ҡатыҡ тәмләшеү” байрамы үткәрҙеләр. Балаларҙың ялын файҙалы үткәреү маҡсатында ойошторолған сарала ҡатыҡтың туҡлыҡлы булыуы, уның файҙаһы тураһында һөйләп, аш – һыуға арналған мәҡәлдәр, йомаҡтар әйтештеләр. Балалар ҡатыҡ тәмләп ҡараны һәм артабан халыҡ уйындарын уйнаны.
Байрам балаларға бик оҡшаны. Был көн күңелдәрендә оҙаҡ һаҡланыр, халыҡ ижадына, йолаларына ҡыҙыҡһыныуҙары тағы ла көсәйер, тигән теләктә ҡалабыҙ. Халҡыбыҙҙың матур байрамдарын һаҡлап, килер быуынға еткереү – ололарҙың бурысы.
0