22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө
22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө. 1941 йылдың 22 июнь таңында фашистик Германия Советтар Союзына һөжүм итә. 3 йыл да ун ай һәм 18 көнгә һуҙылған Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Совет Армияһы Европа илдәрен фашизм ҡоллоғонан азат итә. Дәһшәтле һуғыш йылдарында илебеҙ 27 миллиондан ашыу кешеһен юғалта.
Ошо иҫтәлекле көндә Нәби ауыл китапханаһында балалар төҫлө ҡағыҙҙан ҡәнәфер сәскәләрен эшләнеләр һәм һәйкәлгә һалдылар. Бынан һикһән ике йыл элек башланған Бөйөк Ватан һуғышында ҡойолған ҡан төҫлө был сәскәләр хөрмәт, ихтирам ғына түгел, ә иҫтәлек символы. Хәтер һәм ҡайғы Рәсәй халҡы күңелендә, халыҡ хәтерендә.
+1